Тарих аты. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

* * *


ТАРИХ АТЫ...

Был ауылда бары 40 йыл элек
Йәшәгәндәр, гүйә, таш быуатта,
Ҡайҙа инде цивилизация -
Эсәр һыу ҙа етмәгән бит хатта!
Күҙ терәгән байлыҡ - шул океан,
Ризығы ла шунан, кейеме лә,
Ҡара йәштән сумып ынйы йыйыу,
Сауҙа иткән булыу инглиз менән.
Ҡай илдәрҙә инде Йыһанға ла
Һуҡмаҡ һалып бөткән саҡта кеше,
Яр ғәрәбе меңәр йылдар буйы
Көнөн күргән ҡанбабаһы ише.
Көтмәгәндә - үшән аттан тарих
Һикереп күсеп ҡанатлы атына,
Елеп сығып киткән башҡа юлдан -
Таш быуаттан космос быуатына!
Ерҙә ожмах тиһә үҙ тормошон
Бик тә хаҡлы бөгөн яр ғәрәбе,
Беҙҙең иһә тарих тәгәрмәсе
Әйтерһең дә артҡа тәгәрәне.
Шәп йорттарға күскән саҡта ғәрәп
Һүнеп бара рәсәй ауылдары,
Океанға тама әсе йәшем,
Һоҡланғанда һиңә, ғәрәп яры.
Ауырыраҡ икән ҡайһыныһы -
Океанмы, йәшем тамсыһымы?
... Арығанмы беҙҙең тарих аты...
Дағалары төшкән... Ҡамсы - һыныҡ.


2014